Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан балалар баҡсалары өсөн федераль бюджеттан 300 миллион һум аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

2015 йылда Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялауға 300 миллион һум аласаҡ. Дөйөм күләме 10 миллиард һум булған субсидиялар 2013-2020 йылдарға «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының 85 субъекты араһында бүленгән. Рәсәй Хөкүмәте сайтында субсидиялар биреү тәртибен регламентлаусы ҡарар һәм бойороҡ баҫылған.

Аҡсаларҙы балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн биналар алыуға, балалар баҡсалары биналарын төҙөүгә, реконструкциялауға һәм төҙөкләндереүгә, шулай уҡ ошо өлкәләге дәүләт ҡарамағында булмаған секторҙы үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин.

Төбәктең сығым йөкләмәләрен федераль бюджеттан ҡушма финанслау кимәле 95 проценттан юғары һәм 75-тән кәм булырға тейеш түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть