4 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2015 йыл, 15:54

БДУ уҡытыусылары һәм төрөк ғалимдары «Башҡорт халҡының эпостар йыйынтығы»н нәшер итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары төрөк ғалимдары менән берлектә «Башҡорт халҡының эпостар йыйынтығы»н баҫтырып сығарҙы. БДУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҫманы әҙерләүҙә көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире Ғәйнислам Ибраһимов, Гази университеты профессоры Метин Эргун, профессор Әхмәт Сөләймәнов ҡатнашҡан.

Төрөк теленә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты магистранты Фәриҙә Айытбаева менән Эгей университеты уҡытыусыһы Ясин Кая тәржемә иткән.

Дүрт томлыҡ яңы хеҙмәт төрөк әҙәбиәтенең 100 томлыҡ антологияһын сығарыу проекты сиктәрендә Төрөк лингвистика йәмғиәте тарихында тәүге тапҡыр донъя күрҙе. Беренсе томда мифологик эпостар, икенсеһендә — социаль-көнкүреш, өсөнсөһөндә — тарихи, дүртенсеһендә героик эпостар урын алған. Улар араһында башҡорт халҡының «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ-ҡола», «Ҡара-Юрға» әҫәрҙәре бар. Текстар башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусылары һәм студенттарының күп йыллыҡ хеҙмәте һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының бөтә эпостарын нәшер итеү мөмкинлеге тыуҙы.

Ғәйнислам Ибраһимовтың һүҙҙәренсә, материалдар профессор Әхмәт Сөләймәнов башланғысы буйынса 1997 йылда уҡ туплана башлаған.

— Бөгөнгө көнгә тиклем башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһында Башҡортостан  фольклористикаһы буйынса йөҙ томдан ашыу материал һаҡлана, — тип һөйләй Ғәйнислам Ибраһимов. —  Был рухи мираҫ. Башҡорттарҙың боронғо ижады төрөк уҡыусыһы өсөн бик ҡыҙыҡлы буласаҡ, сөнки ул төрки телле халыҡтарҙың алыҫ үткәненә байҡау яһай. Тиҙҙән Төркиәлә ошо фәнни эштең презентацияһы уҙа.

Белешмә. Төрөк лингвистика йәмғиәте 1932 йылда Төрөк Республикаһының беренсе президенты Мостафа Кемаль Ататөрк тарафынан булдырылған. Әлеге көнгә тиклем ул хөкүмәт яҡлауы аҫтында эшләй.