Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй банкы яңы көмөш тәңкәләрҙе әйләнешкә индерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Рәсәй банкы 2 һәм 25 һумлыҡ номиналдағы көмөштән яһалған иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы, тип хәбәр итә Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте.

«Рәсәйҙең билдәле шәхестәре» серияһында ике һумлыҡ тәңкә пианист Святослав Рихтерҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған. Уның диаметры — 33 миллиметр. Ҡиммәтле металдың саф ауырлығы — 15,55 грамм.

25 һумлыҡ тәңкәләр архитектураға арналған. «Петров һарайы, Мәскәү ҡалаһы» тәңкәһе — «Рәсәйҙең архитектура һәйкәлдәре», «Ярослав вокзалы (Ф.О.Шехтель)» тәңкәһе «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһын тулыландырҙы. Ике тәңкәнең дә диаметры — 60 миллиметр, ҡиммәтле металдың саф ауырлығыы — 155,5 грамм.

Бөтә тәңкәләр ҙә «пруф» сифатында 925 келәймәле көмөштән яһалған. Ике һумлыҡ тәңкә өс мең тираж, 25 һумлыҡтарҙың һәр төрө мең дана менән сығарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть