8 декабрь, Кесе йома

04 февраль 2015 йыл, 14:04

Skype сервисын башҡорт теленә тәржемә итәләр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Skype сервисын башҡорт теленә тәржемә итәләр, тип хәбәр итте проект авторы Илдар Кинйәбулатов.

— Тәүҙә мин үҙем өсөн генә башҡортса интерфейс менән файҙаландым, әкренләп яңы тәржемәләр өҫтәнем, — тип һөйләне проект авторы. — 2014 йылдың аҙағында күмәкләп эшләү отошлораҡ тигән фекергә килдем һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төркөм астым. Был бурысты атҡарып сығыу өсөн беҙгә башҡорт телен белгән кешеләр, тәржемәселәр кәрәк. Әлеге мәлдә һүҙбәйләнештәрҙең 60 проценты тәржемә ителгән. Беҙҙең төп бурыс — Skype рәсми пакетында башҡорт телен булдырыу.

Проектта ҡатнашыу өсөн бында теркәлергә мөмкин. Проекттың координаторы  Ғәлинур Байсыуаҡов менән «Бәйләнештә» бите аша бәйләнешкә сығырға мөмкин. Скайпҡа башҡорт телен индереү буйынса инструкциялар «Бәйләнештә» социаль селтәрендә баҫылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың октябрендә Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов 30 энтузиаст-тәржемәсе менән берлектә «Бәйләнештә» социаль селтәренең башҡортса интерфейсын әҙерләне. Ул 2013 йылдың 11 октябрендә эшләй башланы. Проект өҫтөндә эш алты йыл дауам иткән, уның барышында 17 мең текст тәржемә ителгән, интернеттағы терминдарға ярашлы яңы һүҙҙәр уйлап сығарылған. Тәржемәселәр араһында яҙыусылар, уҡытыусылар, журналистар булған. Тәржемә ителгән вариант махсус серверға күсерелде. Хәҙер башҡортса «Бәйләнештә» менән һәр кем ҡуллана ала.