Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов төбәктәргә льготалы файҙаланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреүҙе тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Льготалы категориялы граждандарҙы һәм дауалау учреждениеларын дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреү тураһында ҡарар хаҡтарҙы контролдә тотоуҙы ойоштороуҙа һөҙөмтәле аҙым булыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 3 февралдә Өфөлә РФ Министрҙар кабинеты башлығы рәйеслегендә үткән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар әҙерләү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, былтыр төбәктә дарыуҙарға хаҡтар 0,5 процентҡа артты, ғинуарҙа уртаса хаҡ ике, ә ҡайһы бер препараттарға 11 процентҡа күтәрелде.

Башҡортостан етәксеһе билдәләп үткән тағы бер тема — һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә иғтибар бүлде.

Медицина препараттарын илебеҙҙә сығарыусыларға булышлыҡ итеү темаһы ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, «Өфө-Вита», «Микроген» филиалы — «Иммунопрепарат» фармацевтика предприятиелары сит ил аналогынан осһоҙораҡ дарыуҙар етештерә ала, әммә улар дәүләт ярҙамына мохтаж.

— Бындай предприятиеларға маҡсатлы, адреслы ярҙам кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть