Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Дмитрий Медведев Башҡортостандың үҙенсәлекле социаль проекттары менән ҡыҙыҡһынды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, РФ Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев 3 февралдә Өфөгә эш сәфәре барышында Башҡортостандағы партия ағзалары менән осрашыу уҙғарҙы.

Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретары, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, партияның урындағы бүлексәләре етәкселәре һәм секретарҙары ҡатнашты.

Партия ағзалары Министрҙар кабинеты башлығы менән ҡайһы бер иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Атап әйткәндә, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү республика проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» проекты координаторы, «Берҙәмлек» лицейы уҡытыусыһы Нәзирә Хәкимова һүҙҙәренсә, республикала хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр эҙләүҙең үҙенсәлекле методикаһы төҙөлгән.

РФ Хөкүмәте башлығы танышыу өсөн проекттың методик материалдарын алды.

— Әгәр былар ысынлап та үҙенсәлекле технологиялар икән, улар Рәсәйҙә киң таралыу алырға тейеш,  — тине Дмитрий Медведев.

«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика проектының да федераль кимәлгә сығыу мөмкинлеге бар. Программа пенсионерҙарға бушлай финанс, хоҡуҡи белемдәрен арттырырға, компьютер менән эшләргә өйрәнергә, төрлө өлкәлә белем алырға мөмкинлек бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть