6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2015 йыл, 18:52

Дмитрий Медведев Өфөлә Пенсия фонды эше менән танышты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Өфөгә эш сәфәре барышында Пенсия фондының яңы электрон сервистары менән танышты. Министрҙар кабинеты башлығына 2015 йылдың 1 ғинуарынан индерелгән «Страховкаланған шәхестең шәхси кабинеты» сервисы тәҡдим ителде. Новелла арҡаһында һәр кем үҙенең билдәләнгән пенсия хоҡуҡтары, тәғәйенләнгән пенсия, шулай уҡ социаль түләүҙәр, шул иҫәптән әсәлек капиталы хаҡында белеү мөмкинлегенә эйә.

Страховкаланған шәхестең кабинеты Рәсәй Пенсия фондының рәсми порталында урынлашҡан. Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында, йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү үткән бөтә ҡулланыусылар ҙа системаға инә ала. Бынан тыш, сервис пенсия тупланмалары, шул иҫәптән Дәүләт ҡушма финанслауы программаһы сиктәрендә үҙ теләге менән взнос индереү тураһында мәғлүмәттәр бирә.

Дмитрий Медведев шәхси кабинетта теркәлгән кешеләр һаны менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Премьер-министр яңы система аша Пенсия фонды белгестәренә яҙылып ҡараны.

— Система заманса һәм ышаныслы күренә, — тип билдәләне Дмитрий Медведев, сервистың эше менән танышҡандан һуң.

Бынан тыш, рәсми делегация клиенттар залындағы илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалды баһаланы. Килеүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе бөтә терминалдар яңы Рәсәй технологиялары буйынса эшләнгән. Был импортты алмаштырыу шарттарында айырыусы мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың июлендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Благовещен районындағы һәм Благовещен ҡалаһындағы РФ Пенсия фонды идаралығында булғайны. Ул саҡта Министрҙар кабинеты башлығы универсаль электрон картаның мөмкинлектәре менән танышты.