5 декабрь, Дүшәмбе

03 февраль 2015 йыл, 18:17

Дмитрий Медведев позитрон-эмиссион томография үҙәгендә булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 3 февралдә РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм рәсми делегация ағзалары Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәгендә булды.

Улар бында яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесы менән танышты һәм операция бүлмәһен ҡараны. Унда шешкә нурланыш менән тәьҫир итеүсе уникаль аппарат — кибер-бысаҡ урынлаштырылған.

— Кибер-бысаҡ бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә, — тип һөйләне Өфөләге үҙәктең директоры Елене Елхова. — Аппарат автоматик рәүештә ҡорола. Кибер-бысаҡтың өҫтөнә рентген ҡуйылған, ул аҙ ғына күсһә лә  аппараттың мәғлүмәттәр базаһына хәбәр ителә һәм нурланыш туҡтатыла, сәләмәт туҡымалар зыян күрмәй. Процедура уртаса 50 минут дауам итә, ул тамамланғас, пациенттың хәлен баһалайбыҙ, ҡан баҫымын үлсәйбеҙ һәм ҡайтарып ебәрәбеҙ, — тип аңлатты Елена Елхова.

Әлегә бында баштағы шештәрҙе генә дауалайҙар. Әммә киләсәктә башҡа органдарҙы ла дауалау планлаштырыла.

Үҙәк директоры кибер-бысаҡты үҙләштереү баштағы сирҙәрҙән башлана, һуңынан икенсе органдарға күсергә мөмкин тип һөйләне. 2015 йылға үҙәктә ошондай күсеү планлаштырылған.

Өфөлә ПЭТ-үҙәк төҙөлөшө 2012 йылда башланды. РОСНАНО, «РосМедТехнолоджи» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм MEDILUX Венгрия компанияһы тарафынан булдырылған медицина үҙәге 2014 йылдың 28 мартында пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Ул Рәсәйҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә булдырылған онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау буйынса беренсе медицина учреждениеһы булды. Өфөнөң ПЭТ-үҙәгенә инвестициялар күләме яҡынса  956 миллион тәшкил итте. Ун ай эшләү осоронда ул өс меңдән ашыу пациентты ҡабул итте.

Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәге — федераль селтәрҙә РОСНАНО-ның шәхси инвесторҙар менән берлектә төҙөгән тәүге медицина үҙәге. 2015-2016 йылдарҙа ПЭТ-үҙәктәрен Тамбов, Орел, Липецк, Курск, Брянск, Новосибирск, Һамар, Екатеринбург, Калуга, Ырымбур, Пермь, Ижевск һәм Владивосток ҡалаларында асыу күҙалллана. Уларҙа ла кәрәкле радиофармпрепараттарҙы үҙҙәрендә етештереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.