9 декабрь, Йома

03 февраль 2015 йыл, 17:11

Башҡортостан музейҙарына һирәк осрай торған китаптар бүләк итергә мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 февралдә Өфөлә Халыҡ-ара китаптар бүләк итеү көнөн билдәләйәсәктәр. Был көндө туғандарға, дуҫтарға һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең барыһына ла китап биреү ҡабул ителгән.    

БР Мәҙәниәт министрлығы Әҙәбиәт йылына арнап «Музейҙарға — һирәк осрай торған китаптар!» акцияһын иғлан итте. Акция барышында республикала йәшәүселәр Башҡортостан музейҙары фондына һирәк осрай торған китаптар бүләк итә ала.

— 1950 йылға тиклем баҫылып сыҡҡан, шулай уҡ ҙур булмаған тираж менән нәшер ителгән һәм билдәле кешеләрҙең автографтары ҡуйылған баҫмаларҙы һирәк осрай торған китаптар тип атайҙар. Бындай даналар ҙур ҡиммәткә эйә һәм китап һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә, — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Китап тапшырыусылар музейға бушлай килә ала. Акция хаҡында мәғлүмәт «ВКонтакте» һәм Facebook социаль селтәрҙәрендә бирелгән.