7 декабрь, Шаршамбы

03 февраль 2015 йыл, 16:34

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев килде

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 3 февралдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев килде. Уны аэропортта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Дмитрий Медведев Башҡортостандың баш ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар хаҡында кәңәшмә үткәрәсәк. Унда РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре, төбәк башлыҡтары, профилле предприятие, берекмә һәм ассоциация етәкселәре ҡатнаша.

Дмитрий Медведев Өфө медицина үҙәген һәм Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһен ҡараясаҡ. Бынан тыш, сәфәр сиктәрендә Хөкүмәт Рәйесе «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашасаҡ. Унда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә комплекслы ярҙам күрһәтеү, импортты алмаштырыу, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләр тикшереләсәк.