10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2015 йыл, 15:56

Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында кадрҙар алмашынды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында яңы кадрҙар тәғәйенләне.

Андрей Крылов дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул 1979 йылда Өфөлә тыуған. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын һәм Рәсәй текстиль һәм еңел сәнәғәт институтын тамамлаған. 2000 йылдан алып дәүләт торлаҡ күҙәтеүе системаһында эшләй. БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһының дәүләт торлаҡ инспекторынан алып бүлек начальнигы, һуңынан начальник урынбаҫары, Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫарына тиклем юл үтә.

Эмилия Абдуллина, Булат Исмәғилев һәм Динар Дияров Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.