3 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2015 йыл, 14:58

Учалы районында Александр Матросовтың ҡаһарманлығы тергеҙеләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтәсәк. Акцияны ойоштороуҙа урындағы хакимиәт һәм патриотик берекмәләр ярҙам күрһәтте.

Унда Учалынан «Бөркөт» эҙәрмән отряды, «Тәүге башҡорт атлы полкы «Любизар» хәрби-тарихи клубы, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Новоуральск ҡалаһынан «Эҙләүсе» һәм Өфөнән «Форвард» клубтары ҡатнаша.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, реконструкция Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү алдынан республикала йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙең лайыҡлы өлгөһө әүереләсәк. Сара Учалы районында хәрби-тарихи клуб булдырыуға тәүге аҙым буласаҡ.

Александр Матросов ҡаһармандарса һәләк була — үҙенең күкрәге менән немец амбразураһын ҡаплай. Батырҙың биографияһының ике версияһы бар. Ул 1924 йылдың 5 февралендә Екатеринославта (хәҙер Днепропетровск) тыуған. Рәүеф Насиров фаразлауынса, Александр Матросовтың ысын исеме — Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы. Тикшеренеүсе уның Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында донъяға килеүен дәлилләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Матросовтың ҡаһарманлығын тағы ла 250-нән ашыу кеше ҡабатлай. Улар араһында дүрт яҡташыбыҙ ҙа була.