Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Милли музейына һуғыш осоро атрибуттарын тапшырырға мөмкин

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Милли музейы дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн «Хәтер» тип аталған интерактив экскурсиялар ойоштора. Проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә арнала.

Уҡыусыларға ата-бабаларыбыҙҙың эҙҙәре буйлап үтеү һәм һалдат тормошо менән танышыу мөмкинлеге биреләсәк. Сәғәт ярымлыҡ экскурсия төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Үҫмерҙәр мәжбүри хәрби әҙерлекте үҙләштерәсәк, разведка мәктәбендә кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм тактик мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса махсус курстар үтәсәк, хәрби-ялан почтаһында хат яҙасаҡ, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнәсәк, һуғыш осоро таҡмаҡтары һәм йырҙары менән танышасаҡ.

— Республикала йәшәүселәр проектты ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә ала. Уны үткәреү өсөн аҡ халаттар, пионер галстуктары, пилоткалар, гимнастеркалар, һалдат ҡайыштары һәм башҡа атрибуттар талап ителә. Әйберҙәр яңы булмаһа ла ярай, — тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Әйбер килтергән һәр кешегә БР Милли музейына бушлай билет бирелә. Музей кассаһында предметтарҙы саҡырыу билетына алмаштырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14. Телефон: (347) 272-32-54. Эш ваҡыты: шишәмбе — йома иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем, шәмбе көндөҙгө 1-ҙән киске 5-кә ҡәҙәр, йәкшәмбе иртәнге 11-ҙән киске 5-кә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть