10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2015 йыл, 12:28

Башҡортостанда 44 ауыл һәр фатирҙы йылытыу системаһына күсәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың 30 районында һәр фатирҙы йылытыу системаһына күсеү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин аңлатыуынса, программала иҫке йылылыҡ трассалары һәм ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау ҙур бюджет сығымдары талап иткән ауылдар ҡатнаша.

Программаны бойомға ашырыу өсөн райондар республика бюджетынан субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Субсидия алыуҙың төп шарттары — хаҡтың 25 проценты күләмендә эштәрҙе өлөшләтә финанслау, килешелгән һәм раҫланған проект документацияһы.

Һәр фатирҙы йылытыу системаһына күсеү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу программаһын ғәмәлгә ашырыу йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү проблемаларын хәл итергә, иҫке йылылыҡ трассаларын файҙаланыуҙы туҡтатырға, халыҡтың йылытыу һәм системаны төҙөкләндереү өсөн коммуналь түләүҙәрен кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Ҡарар нигеҙендә сараларҙы финанслау күләме һәм субсидиялар биреү тәртибе раҫланған.

2015-2020 йылдарҙа программаны финанслауҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә. 2015 йылға 164,2 миллион һум планлаштырылған.