7 декабрь, Шаршамбы

03 февраль 2015 йыл, 11:40

4 февралдә Башҡортостанда 515 кеше йомғаҡлау иншаһы яҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шаршамбы, 4 февралдә, Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары йәнә йомғаҡлау иншаһы (изложение) яҙасаҡ. Ул 237 дөйөм белем биреү учреждениеларында ойошторола, тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Миникеева.

Һынауҙы сығарылыш класс уҡыусылары, бынан алда яҙма эште башҡара алмаусылар, башҡа йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ҙа тапшыра.

— Бөтәһе 517 кеше теркәлгән, ике уҡыусы ғына изложение яҙасаҡ, — тип асыҡлыҡ индерҙе Жанна Миникеева.

Иншаларҙың темаһы имтихан башланырға 15 минут ҡалғас билдәле буласаҡ.

Тағы ла бер резерв көн 6 майға тәғәйенләнгән.