9 декабрь, Йома

02 февраль 2015 йыл, 13:29

Республикала «Әҙәби тулҡын» хикәйәләр конкурсы башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» гәзите Әҙәбиәт йылына арнап «Әҙәби тулҡын» тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан итте.

Конкурс башҡорт телендә ижад иткән йәш прозаиктарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Хикәйәләр заман һулышын сағылдырырға, социаль мәсьәләләрҙе күтәрергә тейеш. Әҫәрҙәрҙең күләме 10 – 15 биттән артмаҫҡа тейеш. Авторҙарҙың йәше сикләнмәй.

Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Тәүге өс урынды яулағандарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бынан тыш, әҫәрҙәр «Башҡортостан» гәзитенең сайтына ҡуйылып барасаҡ, һәм унда иң күп тауыш («лайк») йыйған авторға дәртләндереү призы эләгәсәк.