10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2015 йыл, 12:35

Башҡортостанда «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы уңайынан «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы иғлан ителде. Уны БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы редакциялары ойоштора.

Акция Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь, Ҡурған өлкәләре китапханалары һәм мәктәптәре өсөн башҡорт телендә китаптар, һүҙлектәр йыйыуҙы күҙ уңында тота.

— Милләттәштәребеҙҙең күбеһе республиканан ситтә йәшәй. Башҡортостан нәшриәттәрендә сыҡҡан баҫма продукция бик һирәк осраҡта ғына Рәсәй төбәктәренә барып етә, күптәр туған телендә китап уҡыуҙан мәхрүм. Күрше өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәре ошо акцияны иғлан итеүгә нигеҙ булды, — тип аңлаттылар «Башҡортостан» гәзитендә.

Акция хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 272-05-43, 272-16-24 телефондары буйынса белергә була. Китаптар Матбуғат йортонда 512-се бүлмәлә ҡабул ителә.