Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда дауыл сығыуы иҫкәртелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2 февралдә көндөҙ һәм 3 февралдә төндә Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көньяҡтан иҫкән елдең 21-26 метрға тиклем көсәйеүе, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта Федераль юл агентлығының Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығынан хәбәр иттеләр.

Татарстанда ла дауыл сығыуы ихтимал. 2 һәм 3 февралдә көньяҡ циклон килеүенә бәйле Татарстан биләмәһендә һауа шарттарының насарайыуы күҙаллана. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, көньяҡтан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 16-21 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа — ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2 февралдә республикала болотло һауа торошо, епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көслө. Һауа температураһы 1 градустан 6 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көньяҡ-көнсығышта 11 градусҡа тиклем һалҡын.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть