6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2015 йыл, 11:03

Республика йәштәрен «Өфө — Галле-2015» студенттар менән алмашыу программаһында ҡатнашырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт-Герман йәштәр форумынан хәбәр итеүҙәренсә, «Өфө — Галле-2015» халыҡ-ара студенттар менән алмашыу өсөн ҡатнашыусылар йыйыу февраль аҙағына тиклем оҙайтыла.  

Алмашыу йәйге ике айға иҫәпләнгән. Июль баштарында Өфөнән 15 студент Германияға китә, ә август баштарында улар 15 немец студенты менән бергә кире ҡайта. Германия студенттары Рәсәйҙә сентябргә тиклем йәшәсәк.

Ҡатнашыусыларға Германияла бушлай йәшәү, туҡланыу һәм мәҙәни программа ойошторола. Бары тик Өфө — Берлин — Өфө йүнәлештәре һәм шәхси сығымдар ғына студенттар иҫәбенә.

Проектта ҡыҙыҡлы кешеләр, немец мәҙәниәте, традициялары һәм көнкүрештәре менән танышыу ҡаралған. Пргорамма буйынса Галле, Берлин, Лейпциг, Дрезден, Йена, Веймар, Наумбург, Дессау, Мерзебург, Шонбург ҡалаларына, урта быуат һарайҙарына экскурсиялар, кафе, галерея, музей, аквапарк, кисәләргә йөрөү, биш көнлөк велотур ойоштороласаҡ.

Башҡортостанда иһә студенттар Өфө буйлап экскурсияға сығасаҡ, кафеларға, музейҙарға барасаҡ, теплоходта йөрөйәсәк.

— Ун көн буйына Ағиҙел йылғаһы буйлап ағыу — алмашыу программаһының төп сараһы. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был улар өсөн ғүмерҙәрендәге сағыу ваҡиғаларҙың береһе, — тип һөйләнеләр ойоштороусылар.

Анкетаны «Өфө — Галле» сайтында тултырырға йәки «ВКонтакте» сайтындағы төркөмдән алырға була.