Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан вуздары — Европа ғилми-сәнәғәт палатаһының ARES-2014 рейтингында

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Европа ғилми-сәнәғәт палатаһы юғары уҡыу йорттары рейтингын баҫтырып сығарҙы. Рәсәйҙең 100 уҡыу йорто исемлегендә Башҡортостандан да ике вуз бар.

Ошо рейтинҡа ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник университеты — 36-сы («BBB+» категорияһы), Башҡорт дәүләт университеты 75-се урынды биләй (B+).

ARES-2014  рейтингын төҙөүҙең маҡсаты — университеттарҙың студенттарға тейешле белем биреү һәләтлеген баһалау, шулай уҡ эш биреүселәр менән әүҙем аралашыу һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ҡатнашыу мөмкинлеге. Рейтинг Евросоюз стандарттары буйынса төҙөлә. Баһалағанда фәнни эшмәкәрлек, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, Европа фәндәр академияларында ағза булып тороу, наградалар, эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алына. Мәғлүмәттәрҙе өйрәнгәс, һәр уҡыу йортона А, В йәки С категориялары бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть