11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2015 йыл, 9:34

Рәмис Дәүләтбаев «Башҡортостан» ДТРК-һы етәксеһе вазифаһынан китте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2000 йылдан алып «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй телерадикомпанияһының «Башҡортостан» ДТРК-һын етәкләгән Рәмис Дәүләтбаев вазифаһынан китте. Телерадиокомпанияла был мәғлүмәтте раҫланылар.

1989 йылдан 1999 йылға тиклем — хәбәрсе, өлкән мөхәррир, радио комментаторы, ижади берекмә етәксеһе, генераль директор урынбаҫары — радиотапшырыуҙар студияһы директоры; 1999 йылдан — генераль директор урынбаҫары, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы директоры; 2000 йылдан «Башҡортостан» ДТРК-ның генераль директоры.

Рәмис Дәүләтбаев — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», Евразия телевидение һәм радио академияһы Президиумы ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән.