Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡурсаҡ театрының «Урал батыр» спектаклен Һиндостанда күрһәтәсәктәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостанда үтәсәк XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Фестиваль 1 февралдән 18-нә тиклем уҙа.

31 ғинуарҙа театр директоры Илмар Әлмөхәмәтов етәкселегендәге 14 артист юлға сыға. Көн һайын өфөләр тамашасыларға «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим итәсәк.

Спектаклдәрҙән тыш, театр күргәҙмә-лекция уҙғарасаҡ. Артистар ҡурсаҡтар менән нисек эшләргә кәрәклеген аңлатасаҡтар. Оҫталыҡ дәрестәрен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин үткәрә. Фестиваль Дели ҡалаһы янында уҙа.

Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса театр директоры ярҙамсыһы Валентина Айшпор хәбәр итеүенсә, ҡурсаҡ театры менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1987 йылда уҡ танылған режиссер Павел Мельниченко «Рамаяна» эпосы нигеҙендә «Һинд легендаһы» спектаклен ҡуя. Тамаша эпостың тыуған илендә ҙур уңыш ҡаҙана һәм Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ була. Әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ошо наградаға лайыҡ булған Рәсәйҙәге берҙән-бер театр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть