11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ғинуар 2015 йыл, 16:42

Башҡортостанға Һиндостандың Рәсәйҙәге дипломатик миссия башлығы килә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1-3 февралдә Өфөгә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендә Һиндостан Республикаһы делегацияһы килә.

Рәсми визит программаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, «Башҡортостан-Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте вәкилдәре, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм уҡытыусылары, төбәктең алдынғы вуздарының ректорҙары менән осрашыу ҡаралған. Һиндостандың дипломатик миссия башлығы Өфөләге ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ, БРИКС саммиттары саралары уҙасаҡ объекттарҙы ҡараясаҡ.

3 февралдә Рагхаван әфәнде «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ. Матбуғат конференцияһы көндөҙгө 3-сө яртыла башлана.