7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2015 йыл, 15:56

Башҡортостан Хөкүмәте эре предприятиеларҙы башҡарма власть органдарына беркетте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың эре предприятиелары һәм ойошмалары республика башҡарма власть органдарына, уртасалары иһә муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә беркетелде. Предприятиелар исемлеге уларҙың тармаҡтары һәм урынлашҡан урындары буйынса Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында төҙөлдө. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 26 ғинуарындағы 68(р)-се бойороғона таянып Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.

— Ойошмалар исемлеге уларҙың төбәк тулайым продуктын формалаштырыуға тәьҫир итеүен иҫәпкә алып төҙөлгән. Бындай ҡараш иҡтисади әүҙемлек кәмегән ваҡытта республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауын әҙерләү өсөн бик мөһим, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев.

2014 йылдың майынан Башҡортостанда төбәктә етештерелгән продукцияға мониторинг алып барыла, уның нигеҙендә сәнәғәт етештереүенең күҙалланған индексы иҫәп сығарыла. Дәүләт көйләүе һәм дәүләт ярҙамы сараларын әҙерләү — мониторинг бурыстарының береһе, тип билдәләйҙәр Иҡтисади үҫеш министрлығында.