9 декабрь, Йома

30 ғинуар 2015 йыл, 11:33

«Ҙур химия-2015» халыҡ-ара форумында 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Ҙур химия» V халыҡ-ара форумында 800-ҙән ашыу делегат — Рәсәй һәм сит ил нефть-газ химияһы комплексы компаниялары, бизнес ассоциациялары һәм власть органдары етәкселәре, эксперт һәм фәнни берләшмә эшмәкәрҙәре, ШОС һәм БРИКС илдәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. «Ҙур химия» Өфөлә 21, 22 майҙа үтә.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмә һәм презентация эшмәкәрлеге департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, форум —  «Башҡортостанда нефть химияһы аҙналығы» сараларының береһе, уға «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе лә инә. Форум һәм күргәҙмә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй рәйеслегендәге Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС берләшмәләре сиктәрендә уҙа.

— Форумдың Өфөлә  — Рәсәйҙең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәгендә үткәрелеүе осраҡлы түгел, — тип билдәләне «Ҙур химия» V халыҡ-ара форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. — Бөгөн Рәсәй алдында торған бурыстар төбәктәрҙә тулы цикллы нефть эшкәртеү предприятиеларын булдырыуҙы талап итә. Хәҙерге көндә сығарылған продукция номенклатураһы баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Беҙ сикле продукттарҙы сит илдән һатып алырға мәжбүрбеҙ, был табышты юғалтыуға һәм илдең нефть эшкәртеү тармағы үҫешен тотҡарлауға килтерә. Форум төбәк-ара кооперациялар, юғары технологияларҙы берлектә үҫтереү һәм Рәсәй нефть-газ химияһы тармағына оҙайлы сит ил инвестицияларын йәлеп итеү хаҡында фекер алышыуҙарға старт бирәсәк.

Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа химия тармағы үҫеше стратегияһын, химия тармағында стратегик инвестиция проекттарын тикшереүҙе планлаштыра.

«Ҙур химия» йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән тәҡдимдәр Рәсәйҙең нефть-газ химияһы үҫеше стратегияһын формалаштырыуға, тармаҡтың инвестиция сәйәсәтен үҫтереүгә һәм яңы технологияларҙы индереүгә ярҙам итәсәк.