6 декабрь, Шишәмбе

30 ғинуар 2015 йыл, 14:06

«Тормош сифаты» проекты медицина ярҙамын алыуҙы ябайлаштыра — Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тормош сифаты» проекты етәксеһе, Башҡортостандан һайлаған депутат Сәлиә Мырҙабаева төбәктәрҙе медицина ярҙамының махсус төрҙәрен ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙы. Парламентарий фекеренсә, медицина ярҙамының махсус төрҙәрен күрһәтеү мөһим мәсьәлә булып тора.

Медицина ярҙамын алыуҙы еңеләйтеү темаһы Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың Брянск өлкәһендә граждандарҙы ҡабул итеү барышында күтәрелде. Дмитрий Медведев РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Рәсәй төбәктәрендә гемодиализ буйынса медицина ярҙамы торошон тикшерергә ҡушты.

— Рәсәй Федерацияһы субъекттарында гемодиализ процедураһына мохтаж пациенттар күп. Шуға күрә партия ағзаларына әлеге процедураны күрһәтеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр күп килә, — тип иҫәпләй Сәлиә Мырҙабаева.

Уның һүҙәренсә, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә ошо категория пациенттарына ярҙам ойоштороуҙың яҡшы тәжрибәһе бар. Әгәр пациент ауыл ерендә йәки ҙур булмаған ҡалала йәшәй икән, уға кәрәкле ҡорамалдар булған һәм квалификациялы кадрҙар эшләгән муниципаль-ара үҙәктәр кимәлендә ярҙам күрһәтелергә тейеш.

Пациент бәләкәй ауылда йәшәһә, уны муниципаль-ара үҙәккә бушлай алып килергә тейештәр.

— Медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса махсуслашҡан бүлектәрҙең эшен ойоштороуҙың төрлө формалары бар. Дауалау учреждениеларының структур бүлектәре булырға мөмкин. Күп кенә субъекттарҙа, мәҫәлән, Башҡортостанда шәхси-дәүләт партнерлығы тәжрибәһе һөҙөмтәләлеген иҫбатланы, — тип һөйләне Сәлиә Мырҙабаева. — Кадрҙар әҙерләүҙе, ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы, процедуралар уҙғарыуҙы, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүҙе шәхси компания үҙ өҫтөнә ала, ә ошо хеҙмәт мотлаҡ медицина страховкалау иҫәбенә түләнә.

Парламентарий фекеренсә, әлеге пациенттарға ярҙам ойоштороуҙың төрлө формалары бар. Берҙәм Рәсәй партияһы ағзалары махсуслашҡан медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн хәлде контролгә аласаҡ.