10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2015 йыл, 12:55

Баш ҡала үҙәгендә автомобилдәр туҡтауҙы тыйыусы билдәләр ҡуйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө үҙәгендә автомобилдәр туҡтау тыйылған зоналар барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Юл хәрәкәтен оптималләштереү һәм Цюрупа, Достоевский, Киров, Чернышевский, Коммунистик, Зәки Вәлиди урамдары киҫелештәрендәге юлдарҙың үткәреү һәләтен арттырыу маҡсатында автомобиль ҡуйыуҙы тыйған юл билдәләре ҡуйылды.

Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға һәм юл билдәләренең талаптарын теүәл үтәргә саҡыра.

темалар: юл хәрәкәте