7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2015 йыл, 12:00

ШОС һәм БРИКС саммиттарына Өфөнөң Көньяҡ автовокзалы реконструкцияланасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылды Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары осрашыуын үткәреүгә бәйле Өфөнөң Көньяҡ автовокзал бинаһын һәм биләмәһен тейешле тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бынан тыш, объекттың хәүефһеҙлеге буйынса максималь шарттар булдырыу буйынса саралар күрелә.

Көньяҡ автовокзалда мәғлүмәт технологиялары әүҙем индерелә. Мәҫәлән, пассажир бөтә билеттарҙы ла бер автовокзалда һатып алып, улар буйынса бар республика буйлап йөрөй ала. Автовокзалдар берләшмәһе Рәсәйҙә ошондай хеҙмәттәр күрһәтеүсе берҙән-бер предприятие булып тора.

Ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарына билет һатыу пункттарын киңәйтеү буйынса даими эш алып барыла — йәмәғәт транспорты туҡталыштарында һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа өҫтәмә кассалар асыла. 2014 йылда Өфөлә, Мәләүездә, Ишембайҙа, Нефтекамала ошондай пункттар асылған да инде.

Берләшмә эсендә финанс сараларын ҡабаттан бүлеү, ҡеүәттәрҙе бер автовокзалға туплау объектта яңы технологиялар һәм заманса материалдар ҡулланып, сифатлы төҙөкләндереү, реконструкция эштәрен башҡарырға мөмкинлек бирә.