5 декабрь, Дүшәмбе

30 ғинуар 2015 йыл, 11:15

Өфөлә «Олимпия тәнәфестәре» йылытыу автоматы эшләй башланы

фото: www.ufacity.info

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй Олимпия комитетының «Олимпия тәнәфестәре» проектына ҡушылды.

«Олимпия тәнәфестәре» проекты 2013 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә башланды: 30 тапҡыр сүкәйеп ултырғандарға метроға бушлай билет бирелде. Бер ай эсендә акцияла 11 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Автоматтарҙың эшләү принцибы ябай. Әгәр ҡатнашыусы йылыһы менән уртаҡлашырға теләһә, уға экрандағы ун ҡаланың береһен һайлап, артабан 30 секунд буйына махсус платформала йүгерергә кәрәк. Йыйылған заряд  илдең икенсе өлөшөндәге йылытыу аппаратының экранында күренәсәк. Шулай итеп, кеше үҙе генә йылынмай, ә йылыны башҡаларға ла тапшыра ала.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 29 ғинуарҙа Ленин урамындағы скверҙа ошондай махсус автомат ҡуйылды. Тәүгеләрҙән булып уны бобслей буйынса XX Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов һынап ҡараны.

«Олимпия тәнәфестәре» проектының бурысы — кешеләрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Милләттең сәләмәтлеге — үҫешеүсе йәмғиәттең төп өлөшө. Быға берҙәм көс менән генә ирешәсәкбеҙ, әммә һәр кем үҙенән башларға тейеш. Беҙҙең программа быға булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең Олимпия комитеты Президенты Александр Жуков.

Өфөнән тыш, йылытыу автоматтары Һамар, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Омск, Дондағы Ростов, Томск, Новосибирск һәм Екатеринбург ҡалаларында ҡуйылған.