7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2015 йыл, 10:00

Башҡортостанда рәсми рәүештә Әҙәбиәт йылы асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республикала Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға әҙиптәр, етәкселек, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, район һәм ҡалаларҙың мәҙәниәт бүлектәре начальниктары йыйылды.

Концерт залындағы фойела «Башҡортостан һеҙҙән башлана» тип аталған күргәҙмә ойошторолғайны. Унда күренекле яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың портреттары, сувенир продукцияһы ҡуйылғайны.

— Беҙ йәш быуынды китап уҡыуға йәлеп итергә тейеш. Бөгөн яңы форматтағы китаптар күп, һәм беҙ артта ҡалырға тейеш түгел.  Бурысыбыҙ — рус, башҡорт, сит ил әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләрен китап уҡыусыға еткереү. Телдәрҙе һаҡлау ҙа төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Беҙ Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булған рус телен пропагандаларға, башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә тейеш, — тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Сара барышында рәссам Игорь Тонконогийға Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе сертификаты тапшырылды. Тантанала Әҙәбиәт йылының ҡайһы бер төп йүнәлештәре лә атап үтелде. 2015 йылда «Урал батыр» эпосын тәүге тапҡыр яҙып алыуға 100 йыл тула — эпосты ятлаусыларҙың республика бәйгеһе дауам итәсәк. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале 15-се тапҡыр ойошторола.  Аҡмулла көндәре Халыҡ-ара Евразия гуманистик форумы тип үҙгәртеләсәк.

Кисә Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби нағыш» республика марафоны старт алды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова беренселәрҙән булып марафон символын — ҙур китапты Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа тапшырҙы.

— Киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Марафондың төп маҡсаты — йәш һәләттәрҙе табыу. Авторҙарыбыҙҙы яҙырға өйрәтергә, оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә тейешбеҙ. Шул рәүешле беҙ үҙебеҙгә алмаш әҙерләйәсәкбеҙ. Әҙәбиәт йылының тағы бер йүнәлеше — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә республика райондарында З.Биишева исемендәге нәшриәттең китап магазиндарын асыу. Параллель рәүештә яҙыусыларға фатир, ер бүлеү буйынса ла эш алып барыла, — тип билдәләне Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев.

Сарала актерҙар һәм йырсылар, республика конкурстарында еңеүселәр сығыш яһаны.

темалар: әҙәбиәт йылы