5 декабрь, Дүшәмбе

30 ғинуар 2015 йыл, 9:23

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы төбәктәре етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре, закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, ҡала мэрҙарының семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙың темаһы – «Заманса иҡтисади  һәм сәйәси саҡырыу. Иң яҡшы төбәк тәжрибәләре». Семинар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың сығышы менән асылды.

– Бындай осрашыуҙар бик файҙалы. Хәҙерге көндә был айырыуса мөһим, беҙҙең алда – ауыр иҡтисади һәм тышҡы сәйәси шарттарҙа хәл итеү талап ителгән бурыстар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. – Һис шикһеҙ, әлеге шарттарҙа бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлектәрен координациялау тәүге планға сыға. Федераль ведомство, төбәк, муниципаль власть органдары  етәкселәренең лидерлыҡ сифаттары бик мөһим.

Семинар Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте тарафынан Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Корпоратив университетында ойошторолған. Сарала 280-гә яҡын төбәк етәкселәре ҡатнашты.