9 декабрь, Йома

29 ғинуар 2015 йыл, 17:14

Республикала ете меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырыласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. 2015 йылдың 13 сентябрендәге берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда ете меңдән ашыу ауыл һәм ҡала биләмәләре Советы депутаттары мандаты алмаштырыласаҡ. Был турала БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев теркәлгән партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

— Алдағы һайлауҙарға әҙерлек башланған да инде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәйҙәр Вәлиев. — Әлеге мәлдә ауыл биләмәләре Уставтарының айырым положениелары аныҡлана, депутаттар һайлау буйынса округтар билдәләнә. Һайлауҙар 13 июндән 23-нә тиклем тәғәйенләнә.

Йыл башында участка һайлау комиссиялары составы резервын тулыландырыу буйынса кампания уҙа. Республикала 2018 йылға тиклем 3420 участка комиссияһы булдырылған. 2 февралдән 16 мартҡа тиклем территориаль комиссиялар резервты тулыландырыу буйынса тәҡдимдәр ҡабул итәсәк.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һүҙҙәренсә, бөгөн участка һайлау комиссияһы резервында 22876 кеше иҫәпләнә. Шуларҙың 12715-е сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре тарафынан тәҡдим ителгән.

Бынан тыш, көҙ көнө яңы биш йыллыҡҡа яңы территориаль һайлау комиссиялары составы булдырыласаҡ.

Кәңәшмәлә сәйәси партияларҙың иҫәп-хисап биреү мәсьәләләре лә ҡаралды. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова бөтә сәйәси партиялар ҙа иҫәп-хисап биреүгә етди ҡарамай һәм уны тапшырыу ваҡытын өҙә тип хәбәр итте. Шулай итеп, партияларҙың 18 төбәк бүлексәһе һаманға тиклем БР Үҙәк һайлау комиссияһына ғинуар өсөн документтар тапшырмаған.

Алдағы һайлауҙарға килгәндә, БР буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов төп көс һайлау кампанияһын әҙерләүгә сарыф ителәсәк тип билдәләне.