9 декабрь, Йома

29 ғинуар 2015 йыл, 16:30

Башҡортостан уҡыусылары Бөйөк Еңеүгә арналған иншалар конкурсында ҡатнаша ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә бағышланған иншалар конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Ижади бәйге «Ныҡлы ғаилә» федераль проекты сиктәрендә үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, эштәр «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында минең ғаиләм» темаһына ҡабул ителә.

Конкурс патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләрен, үҫеп килеүсе быуын араһында ветерандарға хөрмәт һәм ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Төбәк кимәлендәге ижади бәйге йомғаҡтары буйынса иң яҡшы биш эш авторҙарына бүләктәр тапшырыласаҡ. Еңеүселәрҙең иншалары Дәүләт Думаһында артабан презентациялау өсөн «Ныҡлы ғаилә» проектының федераль дирекцияһына ебәрелә.

Эштәр 28 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем konkurs-ks.er@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.  

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 273-17-85.