6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2015 йыл, 15:32

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ пенсионерҙарға коммуналь субсидиялар алыу еңелләшә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙың айырым категориялары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидиялар биреү шарттарын еңеләйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тейешле бойороҡ республика Хөкүмәтендә әҙерләнә.

Документҡа ҡул ҡуйылғандан һуң 2015 йылдың 1 ғинуарынан 30 июнгә тиклем граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләү сығымдарының иң күп рөхсәт ителә торған өлөшө стандарттары кәметеләсәк: күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн — 20-нән 15 процентҡа тиклем; яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға — 20-нән 18 процентҡа ҡәҙәр. Башҡа категория граждандары өсөн иһә стандарттар күләме 20 процент кимәлендә ҡаласаҡ.

Стандарттарҙы кәметеү граждандарҙың аҙ яҡланған категорияларына субсидиялар алыу мөмкинлеге бирәсәк. 2015 йылда ай һайын уртаса субсидия алыусы ғаиләләр һаны 75 меңдән ашыу тәшкил итәсәк тип күҙаллана.

Субсидия юллау өсөн Халыҡҡа социаль ярҙам республика үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Субсидия алыу өсөн документтар исемлеге Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында бирелгән.