6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2015 йыл, 13:03

Өфө ҡала Советында республика парламентына закон сығарыу башланғыстары әҙерләнгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө ҡала Советы депутаттары республика парламентына закон сығарыу башланғыстарын әҙерләй. Был хаҡта баш ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко Советтың сираттағы ултырышында белдерҙе.

28 ғинуарҙа 2015 йылдың тәүге ярты йыллығына раҫланған эш планына 80-дән ашыу саралар инә. Улар араһында Совет, Совет Президиумы һәм даими комиссия ултырыштарында тикшереү талап ителгән ҡарар проекттары бар.

Ғинуар-март айҙарында Өфө ҡала Советы республика парламентына өс закон сығарыу башланғыстары менән мөрәжәғәт итергә йыйына. Уларҙың тәүгеһе Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереүгә бәйле.

— Тағы ла бер башланғыс Башҡортостан Республикаһының «Йорт хайуандары тураһында»ғы Законының муниципалитеттарға берәҙәк хайуандарҙы тотоу хоҡуғын биреүҙе күҙ уңында тотҡан бүлегенә үҙгәрештәр индереү тәҡдименә бәйле. Шулай уҡ беҙ республика парламенты ярҙамында Дәүләт Думаһына Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына үҙгәрештәр тәҡдим итергә планлаштырабыҙ. Тәҡдим ҡала биләмәһендәге урмандар аша магистраль һәм инженер коммуникацияларын үткәреүгә мөмкинлек биреүгә ҡайтып ҡала, — тип аңлатма бирҙе Евгений Семивеличенко.

Бөгөн был Өфө өсөн генә түгел, башҡа ҙур ҡалалар өсөн дә мөһим мәсьәлә булып тора.