6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2015 йыл, 12:08

Республикала «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафоны ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» республика хәйриә марафоны башлана. Акцияны ойоштороусылар — Милләт сәләмәтлеге лигаһының Башҡортостан хәйриә фонды, БР Йәмәғәт палатаһы. Марафон республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үткәрелә.

Акцияның маҡсаты — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан халҡының, учреждениеларҙың һәм предприятиеларҙың, урындағы үҙидара органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү.

Ойоштороусылар фекеренсә, марафон барышында республикала йәшәүселәр оло быуын вәкилдәренә хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт һәм гражданлыҡ позицияһын белдерә аласаҡ.

Акция 30 ғинуарҙа башлана һәм 9 майға тиклем дауам итә. Сара барышында йыйылған аҡсалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтеләсәк.

Матбуғат конференцияһы 26 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә «Башинформ» агентлығында үтә.