10 декабрь, Шәмбе

29 ғинуар 2015 йыл, 9:53

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика марафоны старт ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылында Башҡортостанда үтәсәк сараларҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған.

2 февралдә Еңеү паркында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә марафон башлана.

— Беҙ Мәңгелек утты ҡабыҙасаҡбыҙ, ул бөтә республиканы урап сығасаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Йыл дауамында республиканың Мәғариф министрлығы Еңеүҙең 70 йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсын уҙғарасаҡ. Әҙәбиәт йылының саралар планына ярашлы, масштаблы ваҡиғаларҙың күбеһе юбилей датаһы билдәләнгән май айына тап килә. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Яҙыусылар союзы, Башҡорт дәүләт университеты һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Фронтовик яҙыусыларҙың һуғыштан һуңғы әҙәбиәтте үҫтереүҙәге роле һәм уларҙың китаптарының яҙмышы» фәнни-практик конференцияһын ойоштора. Еңеү көнө хөрмәтенә Яҙыусылар союзы китап уҡыусыларҙы яҙыусы фронтовиктар менән осрашыуға саҡыра.

Ҡайһы бер ижади проекттар республиканың күренекле әҙиптәренә арнала. БР Милли әҙәби музейы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте менән берлектә башҡорт шағиры Шәриф Биҡҡолға (1924-1995) бағышланған «Фронтовик-шағир» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә әҙерләй. Учалы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың тормошона һәм ижадына арналған әҙәби-музыкаль байрам ойошторола.

Республика райондарындағы һәм ҡалаларындағы халыҡ театрҙары иҫтәлекле датаға ҡарата тамашалар әҙерләй башланы ла инде. Иң яҡшы спектаклдәрҙе «Алтын тирмә» халыҡ театрҙары фестивалендә күрһәтәсәктәр.