4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2015 йыл, 17:31

Республикала торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы бер йылға оҙайтылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы йәнә бер йылға оҙайтылды. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе.

— 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының бөтә граждандары ла ошо системаға инеү осоро тамамланыр тип күҙалланғайны. Ағымдағы йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙы ғына әлеге программаға индереүҙе күҙаллағайныҡ. Ләкин программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү тураһында тәҡдим индерелде, сөнки әлеге көндә һәр кемдең ипотека кредитын алырға мөмкинселеге юҡ, —  тине Рөстәм Мәрҙәнов.

Торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу системаһын артабан үҫтереү өсөн республика Хөкүмәте Бойороғо проекты әҙерләнгән.

2014 йылдың 1 апреленән Башҡортостанда Торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй башланы. Уға ярашлы, граждандар  торлаҡтың бер өлөшөн түләү өсөн билдәле ваҡыт арауығында банк иҫәбендә аҡса йыя. Махсус иҫәпкә һаҡлыҡҡа һалынған суммаға йылына 1-1,5 процент күләмендә банк проценты өҫтәлеп барасаҡ. Йыйылған аҡсаларға 30 процент күләмендә республика ҡаҙнаһынан премия күсерелә. Аҡса туплау ваҡыты тамамланғас, программала ҡатнашыусыға 4,5 йылдан алып 9 йылға тиклем льготалы кредит бирелә.