7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2015 йыл, 16:47

Үҙәк ҡала китапханаһы өфөләрҙе кино ҡарарға саҡыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 ғинуарҙа Үҙәк ҡала китапханаһында (Комсомол урамы, 138) сираттағы фильм күрһәтеләсәк. Көндөҙгө сәғәт 4-тә бында А.П.Чеховтың водевиле буйынса төшөрөлгән «Туй» фильмын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Был көндө яҙыусының тыуыуына 155 йыл тула. Сараға актерҙарҙың фотоһүрәттәренән күргәҙмә, Чеховтың ижады тураһында китаптар, үҙенең әҫәрҙәре һәм фильмда төшкән артистар хаҡында әҙәбиәт әҙерләнгән.

Үҙәк ҡала китапханаһының редакция-нәшриәт бүлеге мөдире Наталья Ольховская һүҙҙәренсә, киносеанстар айына ике тапҡыр ойоштороласаҡ. Китапхана яҙыусыларҙың ижады менән китаптар аша ғына түгел, ә фильмдар аша ла танышырға тәҡдим итә.

— Фильм аҡлы-ҡаралы, 1944 йылда төшөрөлгән, — тип һөйләй Үҙәк ҡала китапханаһының уҡыу залы мөдире Елена Докучаева. — Ул өлкән быуын кешеләре өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым.

Быйыл Д.Дефо, П.Ершов, Антуан Сент-Экзюпери, М.Шолохов, М.Зощенко әҫәрҙәре буйынса фильмдар күрһәтеү планлаштырыла.