7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2015 йыл, 16:28

Башҡортостан спортсыһы Ильмир Хазетдинов — Универсиада призеры

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Словакиялағы XXVII  Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһында саңғы менән трамплиндан һикереү буйынса ярыштар үтте.  

К-90 трамплинында Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаусы Башҡортостан спортсыһы Ильмир Хазетдинов көмөш призер булды. Ул Болгариянан Владимиру Зографскиҙан ғына ҡалышты. Өсөнсө урында — Рәсәйҙән Евгений Климов.