7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2015 йыл, 15:17

Башҡортостанда әҙәбиәт өлкәһендәге бер нисә проектҡа республика Башлығының гранттары биреләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика комиссияһы ҡарары менән Башҡортостан Башлығының миллион һумлыҡ гранттарының бер нисәһе әҙәбиәт өлкәһендәге проекттарға биреләсәк. Был хаҡта бөгөн республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе. Еңеүселәр араһында — БР Милли әҙәби музейына һәм уның филиалдарына булышлыҡ итеү буйынса проекттар, сәсәндәр үҙәген булдырыу, әҙәби әҫәрҙәр яҙыуҙы әүҙемләштереү өсөн ике конкурс. Май аҙағында республикала грант средстволары иҫәбенә Рәсәй кимәлендә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үтә.

Ултырышта БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан әҙерләнгән Әҙәбиәт йылының саралар планы раҫланды. «Рәсәйҙең әҙәби картаһы», «Библиотөн» акцияларында ҡатнашыу, Башҡортостан Республикаһында Евразия гуманистик форумын  уҙғарыу, «Китаптар — дауаханаларға!», «Китап уҡыусы троллейбус» акциялары, «Йәштәр тауышы» республика фестивале Әҙәбиәт йылының иң сағыу проекттары буласаҡ.

Ултырышта Әҙәбиәт йылын үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитеты рәйесе — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Уның рәйестәше итеп БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова һайланды. Ойоштороу комитеты составына министрлыҡ һәм ведомство, мәғариф учреждениелары етәкселәре инде.