Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Хәйриә акцияһы барышында Өфө дауаханалары китаптар менән тулыланасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

29 ғинуарҙа Өфөлә «Дауаханаларға китап» хәйриә акцияһы башлана. Был көндө Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале китапханалары яңы китаптар менән тулыланасаҡ.

Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған акция Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында йыл буйына барасаҡ.

Проекттың маҡсаты — дауаханаларҙы китаптар менән тәьмин итеү, улар пациенттар һәм хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға ярҙам итәсәк.

Китапхана хеҙмәткәрҙәренең ошондай акциялар уҙғарыуҙа тәжрибәһе етерлек, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәтендә. Мәҫәлән, үткән йылдың апрелендә Ҡырым Республикаһының Белогорск үҙәкләштерелгән китапхана селтәре өсөн китаптар йыйыу иғлан ителгәйне. Өс ай эсендә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге китапханаға 10 меңдән ашыу китап тапшырылды.

«Дауаханаларға китап» акцияһына һәммәһе лә ҡушыла ала. Бының өсөн китаптарҙы өйҙән алып барырға, уларҙы дауалау учреждениеларына килтерергә ярҙам итергә, акция тураһында туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға хәбәр итергә мөмкин.

Һорауҙар буйынса (347) 216-41-23 телефоны аша БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йәки БР Милли китапханаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 272-99-10.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть