10 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2015 йыл, 13:29

Прототип үҙәге Башҡортостанда нефть химияһының уникаль продукттарын етештерергә мөмкинлек бирәсәк

фото: Олег Яровиков | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских, Юлия Антипина

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының нефть химияһы һәм эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы базаһында Башҡортостан Республикаһының Прототип үҙәге эшләй башлаясаҡ. Ул нефть химияһы өлкәһендә талап ителгән продукттар етештереүҙең тулы схемаһын булдырырға мөмкинлек биргән инженер-етештереү комплексы.

— Ошо үҙәктәге ҡорамалдарҙың күбеһенең Рәсәйҙә аналогтары юҡ, — тип хәбәр итте республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов журналистар менән осрашыуҙа.  — Ул нефть химияһы продукцияһына күп һанлы тикшереүҙәр үткәрергә һәм Рәсәйҙә сығарылмаған продукттарҙың аналогын алырға мөкинлек бирә.

Прототип үҙәге теләһә ниндәй продукттың формулаһын асыҡларға һәм уны етештереүҙең яңы технологияһын уйлап табырға ярҙам итә. Дмитрий Шароновтың һүҙҙәренсә, Прототип үҙәге сафҡа инеү менән эшҡыуарҙар «булған продукттарҙы етештереүҙең технологияһын шымарта ала».

— 2015 йылдың аҙағында, бөтә пилот майҙансыҡтары тулы күләмдә эшләй башлағас, беҙ йылына 50 меңдән ашыу тәжрибә үткәрә аласаҡбыҙ, — тине вице-премьер.

Башҡортостан Республикаһының нефть химияһы һәм эшкәртеү институты директоры Эльшат Теляшев әйтеүенсә, Прототип үҙәгендә сит илдәрҙә һатыуға сығарылған продукттар етештереү технологиялары булдырылған.

2014 йылда Башҡортостанда инновация инфраструктураһын үҫтереүгә 1,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шул аҡсаларҙың 80 проценты — федераль бюджеттан, тип белдерҙе Дмитрий Шаронов. 2015 йылда федераль гранттарҙы йәлеп итеү буйынса эш дауам итәсәк.