Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Шағирҙар үлмәй!» тип аталған хәтер кисәһе уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

5 февралдә Башҡортостандың Милли йәштәр театрында «Шағирҙар үлмәй!» тип исемләнгән шиғриәт кисәһе үтә. Уны «Истоки» гәзите редакцияһы ойоштора.

— Беҙ был донъянан киткән шағирҙарыбыҙҙы — Рәмил Хәкимовты, Ғәзим Шафиҡовты, Эдуард Смирновты, Ринат Йоносовты, Рәмил Шәриповты, Илдус Ғимаевты иҫкә аласаҡбыҙ. Кисәлә вафат булған шағирҙарҙың дуҫтарының һәм яҡындарының хәтирәләре, шиғырҙары яңғыраяасаҡ, — тине «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов.

Редакция ошо кешеләрҙе белеүселәрҙең барыһын да үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашыуҙарын, фотоһүрәттәрен, аудио- һәм видеояҙмаларын, баҫылмаған шиғырҙарын ебәреүҙәрен һорай.

Кисә киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 223-70-07.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть