9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2015 йыл, 11:53

Башҡортостанда штраф ҡуналҡаһына ҡуйылған автомобилдәр 12 сәғәт бушлай торасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда махсус ҡуналҡаға ҡуйылған машиналар 12 сәғәт бушлай торасаҡ. Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында «Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус ҡуналҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, ошоноң өсөн сығымды ҡаплау, шулай уҡ транспорт сараларын кире ҡайтарыу тәртибе тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереүҙе икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа бер юлы хупланы. Раҫланған үҙгәрештәр махсус ҡуналҡала машиналар һаҡлау өсөн түләү системаһына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тота, уларҙы кире ҡайтарыу тәртибен ябайлаштыра һәм машинаны алып китеү факты тураһында хужаларына хәбәр итеү процедураһын регламентлай.

Новеллаға ярашлы, әгәр автомобиль хужаһы парковка ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн үҙенең машинаһын алып китеүенә шаһит булһа, ул урында эвакуатор эше өсөн генә түләй ала.

Ҡануниәткә беркетелгән положение буйынса тротуарҙар, юл билдәләре, йәйәүлеләр үткәүеле эргәһендә, тоннелдәрҙә парковка ҡағиҙәләренә бәйле автомобилде эксплуатациялау, файҙаланыу һәм уның менән идара итеү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта эвакуацияланған транспорт сараһын кире ҡайтарыуға вәкәләтле вазифалы кешенең яҙма рөхсәте талап ителмәй.

Граждандарға автомобилдәрҙе махсус ҡуналҡаға күсереү тураһында мәғлүмәттәр еткереү маҡсатында махсуслашҡан ойошмалар тәүлек әйләнәһенә эшләүсе белешмә-мәғлүмәт хеҙмәттәре булдырырға йәки рәсми сайттарында хәбәр итергә тейеш буласаҡ.

Проектта һәр осраҡҡа индивидуаль ҡарарға тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр парковка ҡағиҙәләренә бәйле боҙоуҙарға ҡағыласаҡ. Транспорт сараларын кире ҡайтарыуҙың ябайлаштырылған тәртибе авария йәки эскән килеш йөрөгән осраҡтарға ҡағылмай.