6 декабрь, Шишәмбе

28 ғинуар 2015 йыл, 10:42

Башҡортостан менән Үзбәкстан тауар алмашыу хаҡында килеште

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. БР Сауҙа һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар алмашыуҙы ойоштороу буйынса осрашыу уҙҙы. Осрашыу барышында Үзбәкстандан емеш-еләктәр һәм туҡыма әйберҙәр килтереү тураһында һөйләшелде. Башҡортостан үҙ сиратында уларҙы сәнәғәт тауарҙары менән тәьмин итергә ниәтләй. Был хаҡта БР Сауҙа һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.  

Яҡын арала республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәләре вәкилдәре эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн Үзбәкстанға юлланасаҡ.