3 декабрь, Шәмбе

27 ғинуар 2015 йыл, 17:28

«Истоки» гәзите әҙәби премия булдырҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда иң яҡшы мемуарҙарға «Живой голос человека» республика әҙәби премияһы булдырылды. Конкурстың ойоштороусыһы — «Истоки» гәзите редакцияһы.

Премияға дәғүә итеүсе эштәр авторҙар, хеҙмәт коллективтары, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре һәм киң мәғлүмәт саралары, физик һәм юридик шәхестәр тарафынан тәҡдим ителә. Күрһәтеләсәк эштәр һаны сикләнмәгән. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе жюри ағзалары баһалай. Иң яҡшы мемуарҙарҙан өҙөктәр «Истоки» гәзитендә баҫыласаҡ. Еңеүсегә 150 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ.

Бәйгегә киң мәғлүмәт сараларында баҫылмаған мемуарҙар ҡабул ителә. Яҙылыу ваҡыты мөһим түгел. Шулай уҡ бойондороҡһоҙ нәшриәттәрҙә ҙур булмаған тираж менән айырым китап рәүешендә донъя күргән әҫәрҙәрҙе лә тәҡдим итергә мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ижади эштәрҙе 2015 йылдың 31 декабренә тиклем «Истоки» гәзите редакцияһына тапшырырға кәрәк. Адресы: 450097, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 12.