9 декабрь, Йома

27 ғинуар 2015 йыл, 16:34

2014 йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 3,2 процентҡа, РФ буйынса 1,7 процентҡа артҡан

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 103,2 процент тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Дөйөм Рәсәй индексы — 101,7 процент.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, электр энергияһын, газды һәм һыуҙы етештереүҙә һәм бүлеүҙә сәнәғәт етештереүе индексы — 103,8, эшкәртеүсе производстволарҙа 102,9 процент кимәлендә билдәләнгән.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың әйләнеше 12,6 процентҡа артҡан һәм 114,6 миллиард һум тәшкил иткән. Эшкәртеүсе производстволар әйләнеше 8,2 процентҡа күтәрелде. Электр энергияһын, газды һәм һыуҙы етештереү һәм бүлеү өлкәһендә ойошмалар әйләнеше 0,6 процентҡа артты.