9 декабрь, Йома

27 ғинуар 2015 йыл, 15:38

Рөстәм Вәлиев Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вәлиевты республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Рөстәм Фазыл улы Вәлиев 1967 йылда Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһында тыуған. 1993 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

2003 йылда — Өфө дәүләт сервис институтын, 2013 йылда РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1989 йылда ашығыс медицина ярҙамы станцияһында санитар булып башлай.

1993-1999 йылдарҙа — Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһында табип-интерн, анестезиолог-реаниматолог.

1999-2000 йылдарҙа — Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог.

2000-2001 йылдарҙа — Октябрьский ҡалаһының 2-се ҡала дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог.

2001-2012 йылдарҙа Октябрьскийҙың Һаулыҡ һаҡлау идаралығында етәксе вазифаларын башҡара.

2012 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем — Октябрьскийҙағы 1-се ҡала дауаханаһында баш табип.