Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн федераль субсидия аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2015 йылда федераль бюджеттан 7 миллион һум субсидия аласаҡ. Документ Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 28 ғинуарындағы Указы менән һәр береһе 200 мең һум тәшкил иткән 1000 аҡсалата бүләкләү булдырылған. Шуға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 2015 йылға 200 миллион һум бүлеп бирелә.

Аҡсалата бүләкләү Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса тапшырыла. Федерацияның һәр субъекты өсөн аҡсалата дәртләндереүҙәр һаны 2014 йылдың декабрендә раҫланған Ҡағиҙәләргә ярашлы билдәләнә. Ауыл йәки ҡала ерендә урынлашҡан мәғариф учреждениеларында уҡыусылар һаны ла иҫәпкә алына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть